Күгәрсен районында «Яңы йыл ғаилә уйындары» республика фестиваленең муниципаль этабы үтте

Ярышта мәктәп кимәлендә еңеү яулаған ун ике ғаилә ҡатнашты. Улар «тюбингта шыуыу», «теннис тубын сәкән менән йөрөтөү», «быйма кейеп хоккей уйнау» кеүек этаптарҙа көс һынашты. Саф һауала ойошторолған ҡышҡы уйындарҙы ҡарарға тиҫтәләп кеше йыйылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Яңы Хвалынский ауылынан Ҡунысбаевтар һәм Мораҡтан Кирилловтар уртаҡлашты. Еңеүсе тип Тәүәкәндән Дәүләтбаевтар ғаиләһе билдәләнде. Улар Күгәресен районы данын Башҡортостан кимәлендә яҡлаясаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина