Республикала рөхсәтһеҙ тимер-томор йыйыусылар менән көрәш көсәйтелә

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров эшсе төркөм ойошторорға ҡушты. “Металл һыныҡтарын рөхсәтһеҙ ҡабул итеүселәр Өфөлә генә 250-нән ашыу булған. Был ҙур мәсьәлә түгел, әммә уны хәл итергә кәрәк”, - тине Башҡортостан Башлығы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың баш федераль инспекторы Алексей Касьяновҡа хоҡуҡ һаҡлау органдары менән бәйләнеш булдырырға ҡушылды.