Һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 100-ҙән 500-гәсә кеше йәшәгән төпкөл ауылда ла кеҫә телефоны менән иркен ҡулланып буласаҡ. Программа 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Исемлеккә 1 мең 600-гә яҡын ауыл индерелгән. Ул тауыш биреү юлы менән булдырылды. Быйыл 130 ауыл янында мобиль элемтә станцияларын ҡороу ҡарала.