Башҡортостанда «омикрон» штамын һигеҙ кеше йоҡторған

Рәсми мәғлүмәт буйынса, Башҡортостанда коронавирустың «омикрон» штамын һигеҙ кеше йоҡторған. Радий Хәбиров Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә сирҙең таралыуына юл ҡуймау буйынса хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә ҡушты. Муниципалитеттарҙа ер бүлеү мәсьәләһе лә контролгә алынасаҡ. Ошо маҡсатта республика башлығы етәкселегендә ведомство-ара комиссия булдырыу ҡарары ҡабул ителде. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Коронавирус штамдарын үҙгәртеп, яңы көс менән таралыуын дауам итә. «Омикрон» Башҡортостанға ла килеп етте. Тәүгеләрҙән булып ул Истамбулдан һәм Танзаниянан самолетта ҡайтҡан һигеҙ яҡташыбыҙҙа асыҡланды. Белгестәр уларҙың инфекцияны еңел формала үткәреүҙәрен алдан прививка ҡаҙатыуға бәйләй. Шул уҡ ваҡытта омикрон башҡа штамдарҙан күпкә айырылыуын да билдәләйҙәр.

Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә төп тема «Омикрон»ға арналды. Радий Хәбиров билдәләүенсә, белгестәр инфекцияның яңы штамын үтә хәүефле тип фаразлай. Шуға күрә төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығына госпитализацияға мохтаж пациенттар ағымы артыуына нигеҙле әҙерлек күрһәтеү талап ителә.

Первое, что необходимо предпринять – укрепить систему здравоохранения. Очень важно подготовить и закупить лекарства для амбулаторного лечения. По данным экспертов, «омикрон» переносится легче. Следовательно, возможно амбулаторное лечение, но для этого нужны лекарства. И, конечно, надо готовить коечный фонд. Прошу очень энергично вести строительство в республике двух госпиталей. Они, безусловно, нам будут нужны».

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы

Радий Хәбиров Башҡортостанда коронавирус таралыу хәүефе буйынса индерелгән барлыҡ сикләү саралары һаҡланасаҡ тип билдәләне. Өҫтәүенә, республика кимәлендәге төрлө фестиваль, смотр, күләмле спорт сараларын да һуңыраҡ осорға күсереү ҡарары ҡабул ителгән. Шулай уҡ бөгөндән муниципалитеттарҙа хеҙмәт коллективтары йыйылыштары, кәңәшмәләр уҙғарыу тыйыла. Барлыҡ ултырыштар, шул иҫәптән киләһе оператив кәңәшмә лә онлайн-форматта ғына үтәсәк.

Проведение всех массовых мероприятий откладывается примерно на один-полтора месяца, в зависимости от текущей ситуации. Все муниципалитеты должны проводить совещания только онлайн, не собираться, все работаем онлайн. Переходим в масочный режим. Иначе мы просто потеряем управленческий аппарат.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы

Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров 19 ғинуарҙа уҙасаҡ Керәшен байрамын ойоштороуҙа ла хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәргә ҡушты. Билдәле булыуынса, республика буйынса православ христиандарға йола үтәп һыу инеү өсөн 98 мәке уйыла.

Радий Хәбиров етәкселегендә муниципалитеттарҙа ер контроле һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса ведомство-ара комиссия ла. Уның составына Росреестр, ветеринария, яуаплы министрлыҡтар һәм прокуратура инә. Тәү сиратта, иғтибар баш ҡалаға яҡын урынлашҡан райондарға йүнәлтелә – ундағы ерҙәр ҙур һорау менән файҙалана һәм ҡиммәт.

Радий Хәбиров 2000-2010 йылдарҙа Иглин районын етәкләгән Ришат Исхаҡов ҡарамағына шәхси милек һәм ауыл тәғәйенләнешендәге өс мең ярым гектар ерҙең ниндәй шарттарҙа тапшырылыуын да тикшерергә ҡушты. Республика етәксеһе билдәләүенсә, бындай күренештәргә юл ҡуйылырға тейеш түгел.

Автомобиль юлдарындағы хәүефһеҙлек, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге хәл, ҡар өйөмдәрен сығарыу – оператив кәңәшмә барышында тиҫтәгә яҡын һорау күтәрелде. Ауыл хужалығы йүнәлешендәге уңыштар барланды. Республикала аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте өлкәһендә дүрт эре инвестиция проектын тормошҡа ашырыу тамамланған. Сығымдар яҡынса 3 млрд 700 мең һум тәшкил иткән.

Республикала барлыҡ мәктәптәр ҙә интернетҡа тоташтырылған. 1 ғинуарҙан трафик өсөн түләүҙәр федераль ҡаҙна иҫәбенә башҡарыласаҡ. Район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан фаптарға ла глобаль селтәр үткәрелгән. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан халҡын интернет менән тәьмин итеү буйынса ярты миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Проектҡа 267 бәләкәй ауыл индерелгән. Шулай уҡ һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү дауам итәсәк. 2030 йылға тиклем 100-ән 500гә тиклем кеше йәшәгән ауылдарға мобиль элемтә үткәреләсәк.

Гөлназ Хәйбуллина