Республикала 8 кешелә коронавирустың “омикрон” штамы асыҡланған

Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына дауаханаларҙа өҫтәмә урындар һәм дарыуҙар запасы әҙерләргә ҡушты. Шулай уҡ Сибай һәм Туймазы ҡалаларында инфекция дауаханалары төҙөлөшөн тиҙләтеү бурысы ҡуйылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала коронавирустан вакцина яһатыусылар 90 проценттан ашты. Вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ошондай һандар атаны.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бүздәк, Шишмә, Әлшәй, Саҡмағош, Асҡын, Нуриман райондарында вакциналау яҡшы ҡуйылған. Хәйбулла, Мәсетле, Бәләбәй, Мәләүез һәм Белорет районы, Салауат, Бөрө, Күмертау, Межгорье ҡалаларында прививка эшләткәндәр 80 проценттан кәм. Республикала 180-гә яҡын урында, шул иҫәптән мобиль пункттарҙа, вакцина яһатырға була. Коронавирусҡа бәйле һорауҙарға Ситуация үҙәге белгестәре яуап бирә. Радий Хәбиров эпидемиологик хәл насар яҡҡа үҙгәреп китә ҡалһа, операторҙар һанын арттырырға ҡушты. Үҙәк көн һайын иртәнгә сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Шылтыратыуҙар 8-347-218-19-19 телефоны буйынса ҡабул ителә.