«Иҙел буйы Болғар ханлығы ислам динен ҡабул итеүгә 1100 йыл тулыуҙы бергәләп билдәләйек»

Татарстан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Вәсил Шахразиев коллегаһы Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадрановҡа бөгөн ошондай тәҡдим яһаны. Башланғыс республика хөкүмәтендә үткән рәсми осрашыуҙа ҡаралды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Азат Бадранов фекеренсә, тарихи ваҡиға тотош Евразия киңлегендә кешелек үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған. Шуға ла ислам динен ҡабул итеүҙә һәм таратыуҙа фиҙаҡәрлек күрһәткән халҡыбыҙ байрамдан ситтә ҡалырға тейеш түгел.

Вәсил Шахразиев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы активы менән дә осрашты. Йылы һәм эшлекле шарттарҙа уҙған сарала Татарстанда башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген асыу мөмкинлектәре ҡаралды.