Асҡын районы Солтанбәк ауылында ҡышҡы фестиваль уҙҙы

«Тыуғанай FEST». Асҡын районы Солтанбәк ауылында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ҡышҡы фестиваль уҙҙы. Урындағы хакимиәт вәкилдәре, район халҡы һәм ҡунаҡтар ҡатнашҡан байрамды  “Умырзая” фольклор ансамбленең сығышы биҙәне.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

«Айыҡлыҡ аллеяһында» үҫкән ағастарға күп бала тәрбиәләүсе ғаилә башлыҡтары тағараҡтар яһап элде. Майҙанға йыйылыусылар бергәләп күңел асты, арҡан тартыу, суҡмар ырғытыу кеүек милли уйындарҙа һынау тотто.

 Биҙәлгән саналар парады фестивалдең иң сағыу өлөшөнә әүерелде. Саңғы ярышында иң йәш саңғысыға – өс, ә иң оло спортсыға 76 йәш ине. Фестиваль күңелле флешмоб менән тамамланды.