Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенә ингән уҡыу йорттарына 200 миллион һум бүленә. Исемлектә Башҡорт дәүләт университеты, Өфө авиация техник университеты, шулай уҡ нефть университеты күрһәтелгән. Бынан тыш, йыл һайын 200 ғалим һәм аспирант сит илдә йәки Рәсәйҙең иң яҡшы фәнни ойошмаларында стажировка үтә ала. 200 ғилми хеҙмәткәргә йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн ярҙам күрһәтелә.