Радий Хәбиров бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы эшмәкәрлеге менән танышты

Башҡортостан Башлығы конференц-холл, яңылыҡтар бүлегендә булды. “Башинформ” сайты республикала иң күп ҡаралған мәғлүмәт порталы иҫәпләнә. Йыл һайын 7 миллиондан ашыу кеше  ҡарап сыға. Радий Хәбиров шулай уҡ Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы хеҙмәткәрҙәре, “Башинформ” агентлығы журналистары менән әңгәмә ҡорҙо.