Башҡортостанда инвалидтар өсөн мультиүҙәк булдырыу планлаштырыла

Республика хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә ошондай мөмкинлек ҡаралды. Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, инвалид кешеләргә һөнәри белем биреүгә, уларҙы эшкә урынлаштырыуға иғтибарҙы арттырырға кәрәк. Мультиүҙәктә мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға комплекслы ярҙам күрһәтелә, уларға һөнәр һайларға булышлыҡ  итәсәктәр. Үҙәкте Салауат ҡалаһында, механика-төҙөлөш колледжы бинаһында асыу көтөлә.