Был турала бөгөн ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков белдерҙе. 1 февралдән юлсылар, механизаторҙар һәм торлаҡ-коммуналь системаһы водителдәренең хеҙмәт хаҡы күтәрелә, тине ул. Түләүҙәр хеҙмәткәрҙәрҙең категорияһына ҡарап 25 проценттан 40 процентҡа тиклем арттырыла.