Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында ошондай тәҡдим әҙерләнгән. Комиссия составына Росреестр, Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү хеҙмәте, Ауыл хужалығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтары, урындағы үҙидаралыҡ органдары вәкилдәре инә. Республика Башлығы был тәҡдимде хупланы, комиссияны үҙе етәкләүе тураһында белдерҙе.