Кисә 241 кешелә вирус раҫланһа, бөгөн “ковид-19” инфекцияһының 253 яңы осрағы табылған. Үткән тәүлектә 6 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып, ауырыусылар һаны 126 меңгә яҡынлаша. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, дауаханаларҙа – 139, өй шарттарында 5 меңгә яҡын кеше дауалана. Сирлеләрҙең күбеһе 60 йәштән өлкәндәр. Башҡортостандың баш санитар табибы Анна Казак белдереүенсә, әле 8 кешелә коронавирустың “омикрон” штамы табылған. Уның төп билдәләре: баш ауыртыу, хәлһеҙлек, юғары тән температураһы, ти Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтВакциналау һәм ҡабаттан прививка яһатыу, битлек кейеү, социаль ара һаҡлау сирҙән һаҡланырға ярҙам итә, ти белгестәр. Был минуттарҙа Һаулыҡ һаҡлау министрлығында онлайн брифинг башланып тора. Ул коронавирус менән көрәш сараларына арнала. Ҡыҫҡа матбуғат конференцияһы барышын ведомствоның YouTube каналында ҡарарға була.