Өфөнөң «Инорс» биҫтәһендәге Йылы күл буйы төҙөкләндерелә

Эш быйыл яҙ, ҡар иреү менән башлана. Ике этаптан торған проект әҙер, ул урындағы халыҡтың бар теләктәрен иҫәпкә алып әҙерләнгән. Шуға күрә бында ололар ҙа, йәштәр ҙә, балалар ҙа күңеленә ятҡан шөғөл таба алыр тип күҙаллана.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

«Инорс» биҫтәһендә йәшәүселәр менән бөгөн Башҡортостан башлығы ла осрашты. Һүҙ «Йылы яр» проектының үҙенсәлеге, уны тормошҡа ашырыу этаптары хаҡында барҙы. Халыҡ фекере менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла ҡыҙыҡһынды.

Халыҡтан тәҡдимдәр бөгөн генә түгел, һуңғы бер нисә йыл эсендә йыйыла. Сөнки «Инорс» биҫтәһендәге «Йылы» күл буйын төҙөкләндереү күләмле проекттарҙың береһе, һәм ул бар халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тейеш. Мәҫәлән, Ләйсән Мәжитова 6 йәшлек ҡыҙы Әмилә өсөн уйын майҙансығы төҙөүҙәрен теләй. Спорт менән шөғөлләнгәндәргә саңғы, йүгереү трассалары, волейбол, баскетбол майҙансыҡтары кәрәк. Эт тотҡандар үҙҙәренең дүрт аяҡлы дуҫтарын хәстәрләй. Һәр кемдең үҙ  ихтыяжы, теләге. 

Беҙ ғаилә менән саңғы шыуырға яратабыҙ, йыһазландырылған трасса булһын ине.

Ғәлиә Миңлеғәлиева, Инорс биҫтәһендә йәшәүсе

Минең өсөн хәүефһеҙлек мөһим. Яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйһалар, кис саф һауа һуларға сығыр инек. Ҡараңғы иртә төшә, йөрөп булмай.

Любовь Станкина, Инорс биҫтәһендә йәшәүсе

Инорс биҫтәһендә йәшәүселәр менән бөгөн Республика башлығы ла осрашты. Радий Хәбиров билдәләүенсә, халыҡтың теләк-тәҡдиме иҫәпкә алынырға тейеш.  Шуға күрә йәмәғәт тыңлауҙарын,  фекер алышыуҙарҙы бер нисә тапҡыр ойоштороу мотлаҡ.

«Йылы күл» майҙаны буйынса ҙур түгел, әммә ул сатлама һыуыҡтарҙа ла туңмауы менән үҙенсәлекле. Был күл эргәлә урынлашҡан  Өфө йылылыҡ-энергетика селтәрен һыуытыу сығанағы ла булып тора. 

Йылы күл  буйын төҙөкләндереү  «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Эштең тәүге этабы быйыл яҙ башлана. Ошо маҡсатта 192 миллион һумға яҡын аҡса бүленә, сығымдарҙың төп өлөшө федераль ҡаҙнанан.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Уңайлы мөхит», «Ҡала мөхитен формалаштырыу» программалары ысын мәғәнәһендә халыҡ проекттары. Улар граждандарҙың мәнфәғәтен күҙ уңында тота һәм йәмәғәтселек фекеренә таянып тормошҡа ашырыла.Төҙөкләндереү билмәләре тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса билдәләнә.

Павел Качкаев, Дәүләт Думаһы депутаты

Ике этаптан торған  «Йылы яр» проекты  спорт майҙансыҡтарын да, уйын зоналарын да үҙ эсенә ала. Физик мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн инклюзив ҡаласыҡ, үҫмерҙәргә скейтборт таусығы ҡаралған. Хатта бында 250 метрлыҡ ишкәкселәр каналы ла буласаҡ. Йәғни һәр быуын  кешеһе күңеленә ятҡан шөғөл таба ала.

Халыҡтан 21 мең тирәһе мөрәжәғәт тупланды. Һораулама барышында шул асыҡланды-ҡалала үҫмерҙәр, йәштәр өсн ял майҙансыҡтары юҡ тиерлек. Бында бетондан эшләнгән, әммә хәүефһеҙ һәм уңайлы скейборт таусығы ҡаралған. Коляска менән йөрөгән йәш әсәйҙәр өсөн махсус майҙансыҡтар бар. Бөтә урынға яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыла.

 Ольга Сарапулова, Өфөнөң ҡала төҙөлөшө һәм архитектура идаралығы етәксеһе урынбаҫары

Тәүге этапты төҙөкләндереү Баландин бульвары биләмәһен, «Йылы» күл буйын үҙ эсенә ала. Бөтәһе 5 гектарға яҡын майҙан. Икенсе этапта 14 гектар. Радий Хәбиров билдәләүенсә, иң ҡатмарлыһы һыу сығанағы менән эшләү. Күлдең экосистемаһын һаҡлап ҡалыу, төбөн  таҙартыу талап ителә.

Киләсәктә бында йыһазландырылған, бушлай һыу инеү урындары була, тине республика башлығы. Ул ғына түгел.  Биләмә йылдың һәр миҙгелендә лә халыҡтың яратҡан ял урыны булыр тип көтөлә.  «Йылы яр» проекты бар инфраструктураны үҙ эсенә ала.

Рәмзиә Кәримова