Төбәктә шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү миҙгеле тамамлана

Ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, былтыр Әлшәй районы Раевка шәкәр заводы 500 мең тоннанан ашыу сеймал эшкәртеп, 75 мең тонна шәкәр сығарыуға  өлгәшкән. Яңы ҡоролмалар етештереү ҡеүәтен арттырыу мөмкинлеге бирә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

1 тонна шәкәр сөгөлдөрөнән – 2 тоҡ шәкәр. Завод модернизацияланғандан һуң, бында көнөнә 5 мең тоннанан ашыу татлы сеймал  эшкәртелә. Үткән йылдар менән сағыштырғанда, етештереү күләме 25 процентҡа артҡан. Быйыл Раевка шәкәр заводы республиканың 17 районы һәм Ырымбур өлкәһенән татлы тамыр ҡабул иткән.

Былтыр 500 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө эшкәрттек. Һөҙөмтәлә 75 мең тонна шәкәр етештерелде. Планды ярты йылда үтәй алдыҡ.

Руслан Белинский, Раевка шәкәр заводының техник директоры

Заводты реконструкциялау сиктәрендә яңы ҡоролмалар һатып алынған, иҫкеләре камиллаштырылған. Йыһаздарҙы Рәсәй һәм сит ил ҡораусылары йыйған. Бынан тыш, яңы цехтар ҙа барлыҡҡа килгән. Төҙөкләндереү эштәренә йәмғеһе 600 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.

Мартта заводта ҡорамалдарҙы ремонтлау эштәре башланасаҡ. Заводтың төп продукция төрҙәре иҫәбендә – шәкәр ҡомо, крахмал шәрбәте, малсылыҡ өсөн ҡиммәтле аҙыҡ булып иҫәпләнгән гранулалы һығынды. Ҡиммәтле татлы тамырҙарҙы 120 көн эсендә эшкәртергә кәрәк. Өлгөрмәгән осраҡта, ҡалған сеймал юҡҡа сыға.

Рәзилә Ғиниәтуллина