Иғтибар! Өфө үҙәгендә һеләүһен!

Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы хеҙмәткәрҙәре йыртҡыс хайуанды Рязань урамындағы «Башкирэнерго» подстанцияһында тотҡан. Предприятие хеҙмәткәрҙәре уның эҙҙәрен декабрь аҙағында уҡ абайлаған булған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Һуңынан камераға төшөрөлгән яҙма буйынса һеләүһендең биләмә буйлап төнгө сәғәттәрҙә йөрөүе асыҡланған. Белгестәр хәүефле йәнлекте аулау өсөн уның яратҡан маршруттарының береһенә ҡапҡан урынлаштырған.

Бесәйҙәр ғаиләһенә ҡараған йәнлеккә бер йәш самаһы. Ветеринарҙар тикшереүе  уның ғүмеренә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамауын күрһәткән. Шуға ла белгестәр йыртҡысты һеләүһендәр күпләп төйәк иткән Благовещен районы урманына ебәрергә ҡарар иткән. Хайуандың баш ҡалаға нисек килеп эләгеүе әлегә билдәһеҙ. 

Уның беҙҙең биләмәлә йөрөүе кеше өсөн генә түгел, һеләүһендең үҙенә лә хәүеф менән янаны. Сөнки был бина артында көсөргәнеше 110 киловольтлы подстанция урынлашҡан. Шуға ла хайуанды ауларға булдыҡ. Уның иғтибарын йәлеп итеү өсөн тауыҡ ҡулландыҡ.