Радий Хәбиров ҡалаларҙа парктарҙы төҙөкләндереүгә йыл һайын 1 миллиард һум бүлергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Өфөлә Инорс биҫтәһендә Йылыкүлде тәртиптә килтереү барышы менән танышты. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Затонда - “Тулҡын”, Сипайловола “Ҡашҡаҙан” парктары, Орджоникидзе һәм Дим райондарында йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә. Республика Башлығы халыҡ менән аралашты. Йылыкүл тирәләй биләмәне төҙөкләндергәндә халыҡ фекере мотлаҡ иҫәпкә алынырға тейеш тип белдерҙе Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Инорс биҫтәһендә йәшәүселәр “Башҡорт ихталары” программаһы өсөн Республика Башлығына рәхмәт белдерҙе һәм урында яңы поликлиника төҙөү  мөмкинлеген ҡарауҙы һораны. Радий Хәбиров уның буйынса Һаулыҡ һаҡлау министры менән һөйләшергә һүҙ бирҙе.