Башҡортостанда коронавирус йоҡторусылар һәм вафат булыусылар арта

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә 257 кешелә хәүефле вирус асыҡланған, 13 кешенең ғүмере өҙөлгән. Дауаханаға һалынған сирлеләр ҙә күбәйә. Әле стационарҙа 146 пациент дауалана, уларҙың 46-һы ауыр хәлдә, ти табиптар. Инфекциянан һаҡланыу өсөн табиптар битлек кейергә, ҡулдарҙы йышыраҡ йыуырға, социаль ара һаҡларға кәңәш итә.