Утта янмай, һыуҙа батмай, һай, батыр ҙа ир икән. Бөгөн Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарын иҫкә алдылар. Хәтер һәм батырлыҡ сараһында тарихсылар һәм китапханасылар сығыш яһаны. “Минең атайым да данлыҡлы дивизияла хеҙмәт итә”, - ти ветеран уҡытыусы Мәмдүнә Зарипова.
"Ҡаһарман атай-олатайҙарыбыҙ тураһында балаларға ла һөйләйбеҙ", - ти Иҫке Ҡаҙансы ауыл китапханасыһы Гөлфинә Исламова.
“Геройҙарыбыҙҙы онотмайбыҙ, улар тураһындағы тарихты быуындан-быуынға тапшырабыҙ”, - ти йырсы, Нефтекама филармонияһы солисы Сулпан Ғәфүрйәнова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт