«Аҡ Иҙел» баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүселәр ҡар полигонына ҡаршы сыҡты

Ғинуар башында Киров районы хакимиәте яуым-төшөм күп булыу сәбәпле биләмәгә ҡала юлдарынан йыйылған ҡарҙы ваҡытлыса ташыу ҡарарын ҡабул иткәйне. Һөҙөмтәлә коммуналь хеҙмәттәргә көсөргәнеш кәмей, әммә урындағы халыҡ өсөн хәүеф арта ғына. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Өфө менән «Аҡ Иҙел» баҡсасылар ширҡәте араһында ҡар кәртәһе хасил, күрәһең. 4 ғинуар төндә биләмәгә бер-бер артлы йөк машиналары килә башлай. Ҡала урамдарынан йыйылған ҡарҙы ташыйҙар. Урындағы халыҡ һаҡланған һыу зонаһы янында барлыҡҡа килгән күренешкә ҡырҡа ҡаршы. Яҡында ғына Өфө йылғаһы аға, күпер, трасса урынлашҡан. Яҙғыһын юлдарҙың һәм стратегик ҡоролманың йыуылыу хәүефе көслө.

«Аҡ Иҙел» баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүселәрҙе һуңғы тапҡыр 2007 йылдың яҙында һыу баҫҡан. Хатта, кәмәләрҙә йөрөргә тура килгән. Урындағы халыҡ был хәл йәнә ҡабатланыр тип хәүефләнә. Шуға күрә яһалма ҡар өйөмдәрен юҡҡа сығарыу яҡлылар.

Дачалар янында ойошторолған ҡар полигонын икенсе урынға күсереү талабы менән улар баш ҡаланың Киров районына ла мөрәжәғәт иткән. Билдәле булыуынса, ғинуарҙың тәүге яртыһында яуым-төшөм күп булыу, оператив рәүештә юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу кәрәклегенә бәйле ҡала эргәһендәге участканы ваҡытлыса «ҡар ташыу» базаһы итеп файҙаланыу ҡарары ҡабул ителгән.

Был коммуналь хеҙмәттәрҙең Карпов ауылы янында урынлашҡан ҡар полигонына тиклем киткән ваҡыт сығымдарын ике тапҡырға кәметергә мөмкинлек биргән. Һөҙөмтәлә ҡар ташыу буйынса рейстар күберәк башҡарыла.

Был ҡарарҙы ҡабул иткәндә беҙ Өфөнөң ҡала төҙөлөшөн проектлау нормативтарында яҙылған «Һаҡланған һыу зоналары, яр һыҙаттары» төшөнсәһе буйынса барлыҡ талаптарҙы иҫәпкә алырға тырыштыҡ. Шуға ла иғтибарҙы йүнәлтке килә, ҡышҡыһын юлдарҙы хеҙмәтләндереү ҡағиҙәләренә ярашлы, ҡар яуғанда, урам-юл селтәре бер ниндәй реагенттар менән дә эшкәртелмәй. Әлегә был участкаға ҡар ташыу ойошторолмай.

Сергей Полетавкин, Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе

Өфөнөң Киров районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, марттың тәүге яртыһына тиклем «Аҡ Иҙел» баҡсасылар ширҡәте янында барлыҡҡа килгән ҡар өйөмдәре икенсе урынға сығарыласаҡ. Ирегән һыуҙарҙың дача биләмәләренә, шулай уҡ Өфө йылғаһына төшөү хәүефен юҡ итеү планлаштырыла.

Гөлназ Хәйбуллина