Бөгөн Башҡортостанда пандемияның бишенсе тулҡынына мең ярым койка әҙерләнгән

Шуларҙың өстән бер өлөшө әлегә буш.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сирҙең уҙған йылдағы иң көсөргәнешле осоронда республика дауаханаларында 8 мең ярым урын булдырылған булған, ә потенциал 10 мең койка. Был турала Радий Хәбиров «Рәсәй 24» телеканалына биргән интервьюла белдерҙе. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, бөгөн төбәк хәлдең киҫкенләшеү ихтималлығына әҙерләнеү маҡсатында инфекция хеҙмәтен нығыта.

Бының өсөн республика халҡы йәшәгән урындарында дауалана алһын өсөн тағы ла ике йоғошло госпиталь төҙөлә. Шулай уҡ Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһына һәм амбулатор дауаланыуға иғтибарҙы арттырыу мөһимлеген билдәләне. 

Республика башлығы вакцинациялау мәсьәләһенә лә туҡталды. Бөгөн төбәктә талап ителгән күрһәткес 91 процентҡа үтәлгән. Кешеләрҙең айырыуса ревакцинация эшләтеүе һөйөндөрә. Төбәк етәкселеге Яңы йыл каникулдары ваҡытында халыҡты прививка менән артыҡ борсомаҫҡа тырышты. Әммә был күпмелер дәрәжәлә сикләүҙәрҙең йомшарыуына килтерҙе. Хәҙер республикала йәшәүселәргә һаҡ ҡына ғәмәлдәге сикләү режимына әйләнеп ҡайтыуыбыҙҙы аңлатабыҙ, тине Радий Хәбиров.