Тиҫтә йылға һуҙылған йорт туйлау

Баш ҡалала төҙөлөшкә өлөшләтә аҡса индереп фатир һатып алыусыларға ун йыл үткәс кенә асҡыс тапшырылды. Энгельс урамындағы ете ҡатлы торлаҡ өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды ярҙамында ғына сафҡа инде. Фатир хужаларының бәхетле минуттарын БЮТ каналының хәбәрселәре лә уртаҡлашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Фатирҙа ҡаҡ стеналар , түбә һәм иҙән генә . Алда әле ремонт, йорт кәрәк-яраҡтары һатып алыу мәшәҡәте. Әммә был мәсьәләләр торлаҡ хужаларын һис тә хафаландырмай. Сөнки, иң ҡурҡынысы артта ҡалды. Был көндө улар 2014 йылдан бирле көтә.

Энгельс урамындағы йорттоң нигеҙе 2012 йылда уҡ һалына башлаған. Был кварталдағы торлаҡ элиталы һанала. Шуға ла квадрат метр хаҡы арзандан булмай. Әммә төҙөүсе компания үҙ бурысын үтәй алмай. Хоҡуҡ һағында тороусылар компанияның эшмәкәрлегендә мутлашыу осраҡтарын да асыҡлай. Һөҙөмтәлә егерменән ашыу кеше алдана.

Республикала төҙөлөшкә инеп алданыусылар мәсьәләһе киҫкен тора. Әммә һуңғы йылда улар һанын кәметеү буйынса ҙур эштәр алып барыла. Былтыр ғына өлөшсөләр өс меңгә кәмегән. Киләһе ике йылда ла был эш өҫтөнлөклө ҡала һәм алданыусылар исемлеген бөтөнләй юҡҡа сығарыу күҙаллана. Был маҡсатҡа ирешеү юлдары төҙөлөшкә аҡса индереп алданыусылар хоҡуҡтарын яҡлау федераль фонды етәкселеге ҡатнашлығында үткән ултырышта ла өйрәнелде.

Әле республикала 4 мең тирәһе төҙөлөштә  алданыусы ҡала. Ил башлығы ҡуйған бурысҡа ярашлы, был төшөнсә бөтөнләй юҡҡа сығырға тейеш. Ошо йәһәттән, фондтың ярҙамы үтә лә ҙур.

Республика башлығы әйтеүенсә, өлөшсөләрҙең баш бәләһен хәл итеү менән бергә мутлашыусы төҙөүселәрҙе лә яуапҡа тарттырыу мөһим. Йәғни, бур төрмәлә ултырырға тейеш. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә генә Башҡортостанда тәү тапҡыр намыҫһыҙ төҙөүселәр ун йылға иркнән мәхрүм ителде.

Айнур Кәбиров