Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты уҙған күп ҡатлы йорттарҙы төҙөп бөтөү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙҙы. Унда Биләмәләрҙе үҫтереү федераль фондының генераль директоры Константин Тимофеев ҡатнашты. Фонд менән проблемалы обьекттарҙы төҙөүгә финанстар бүлеү буйынса федераль фонд менән берлектәге эш, алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын тергеҙеү тураһында һөйләшелде. Константин Тимофеев әйтеүенсә, намыҫһыҙ төҙөлөш компанияларының дәүләткә булған бурысын ҡайтарыу мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостанда былтыр 1 мең 740 кешегә 3 миллиард 300 миллион һумлыҡ компенсация түләнгән, 294 фатир хужаһы йортло булған. Быйыл 25 торлаҡ буйынса мәсьәлә хәл ителә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, 2024 йылға тиклем алданған өлөшсөләр мәсьәләһе тулыһынса хәл ителергә тейеш.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөн республикала 97 проблемалы йорт иҫәпләнә. Алданған өлөшсөләр һаны 4 мең тирәһе.