"Мәскәү" һәм "Менделеев" комплекстарында алданған өлөшсөләр проблемаһы ике йыл эсендә хәл ителә

Премьер-министр Андрей Назаров һәм Биләмәләр үҫеше фонды генераль директоры Константин Тимофеев ике проблемалы объектты ҡараны. Андрей Назаров белдереүенсә, фонд ярҙамында быйыл Республикала кәмендә 25 йорт файҙаланыуға тапшырыла. 2 меңдән ашыу алданған кешенең проблемаһы хәл ителә. Өс йыл элек торлаҡ төҙөлөшөндә алданыусылар һаны 10 меңдән күберәк ине, бөгөнгә был һанды ике тапҡырға кәметеүгә өлгәшелде, тине хөкүмәт рәйесе.