Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм "Башнефть"тең генераль директоры Хәсән Татриев видеоконференция тәртибендә Республика һәм нефть компанияһының хеҙмәттәшлеге буйынса даими комиссия ултырышын үткәрҙе. Унда киләсәккә бурыс-маҡсаттар аныҡланды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, быйыл Башҡортостан нефтенең 90 йыллығы билдәләнә. Был бөтә ил өсөн мөһим дата. Тейешле Указға ҡул ҡуйылды. Ишембай еренә лә рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Унда яҡшы проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға, социаль инфраструктураны яҡшыртырға кәрәк, тине Республика етәксеһе.