Радий Хәбиров Олимпиадала ҡатнашасаҡ Республика спортсыларына уңыштар теләне

Был турала ул социаль селтәрҙә яҙа. Олимпиада февраль айында Ҡытайҙа үтә. Башҡортостан данын биатлонсылар - Эдуард Латыпов һәм Антон Бабиков, конькиҙа йүгереүсе Семен Елистратов, бобслей оҫталары Ростислав Гайтюкевич һәм Юлия Беломестных, скелетон буйынса Олимпия чемпионы Александр Третьяков яҡлай.