Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә 8 кешенең ғүмере өҙөлгән, кисә был күрһәткес 6 ине. Пандемия башланғандан алып, 4 мең 611 кеше үлгән. Бер тәүлек эсендә 281 кешелә “ковид-19” инфекцияһы раҫланған. Дауаханаға һалынған сирлеләр ҙә күбәйә. Стационарҙа 164 кеше ята, 46-һы ауыр хәлдә. Өй шарттарында 4 меңдән ашыу кеше дауалана. Уларҙың күбеһе 60 йәштән өлкәндәр.