Өфөлә аварияла бер юлы 6 кеше йәрәхәтләнде

Бәхетһеҙ осраҡ уҙған кис Өфөнөң Революция урамында теркәлде. Боролош яһарға теләгән «Лада Гранта»ға юл ыңғайындағы «Киа» автомобиле бәрелде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, «Лада»ның водителе һәм пассажиры ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған, «Киа»лағы дүрт кешегә ваҡиға урынында медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң өйөнә ҡайтарылған. Осраҡ буйынса тикшереү уҙғарыла.

Рафиҡ Әхмәтшин