Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар126 мең ярымға яҡынлаша

Уҙған тәүлектә был исемлеккә тағы ла 281 кеше өҫтәлгән. Бөгөн стационарҙарҙа 164 пациент дауалана, уларҙың яртыһынан күбеһе – 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 46 пациенттың берәүһе тын юлдарын яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 4 112 кеше амбулатор шарттарҙа дауаланыу курсы үтә. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 277 кеше сыҡҡан, 8 үлем осрағы теркәлгән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Бөгөнгә төбәктә 2 153 357 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Коллектив иммунитетҡа ирешеү өсөн барлығы 2 484 667 кешене вакциналау планлаштырыла. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына прививка эшләтеү өсөн 18 499 кеше мөрәжәғәт иткән.

Гөлдәриә Йосопова