Бөгөн «Торатау» конгресс-холында журнал юбилейына бағышланған сараларҙы йомғаҡлау сараһы үтте. Фәнни-ғәмәли кәңәшмәлә Башҡортостандың милли матбуғатында традицион мәҙәниәтте һәм туған телде һаҡлау мәсьәләләре ҡаралды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБаҫманы сығарыу хаҡындағы фекер 1995 йылдың июнендә беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында әйтелә. 1997 йылдан ул ай һайын сыға башлай.
Энциклопедик характерҙағы фәнни-популяр, ижтимағи-сәйәси һәм нәфис журналды интернет селтәрендә лә уҡырға мөмкин. Баҫманың рәсми сайтына айына 55 меңгә яҡын кеше инә, социаль селтәрҙәге төркөмдәре лә көндән-көн үҫә. Бынан тыш, «Яндекс Дзен» платформаһында үҙ каналы булдырылған, унда «Ватандаш» өсөн яҙылған эксклюзив мәҡәләләр тәҡдим ителә.
Рәмилә Исмәғилева