Был көндәрҙә урамдарҙы, юлдарҙы ҡар өйөмдәренән таҙартыусы хеҙмәткәрҙәр көсөргәнешле режимда эшләй. Тәғәйен сәғәттән артыҡ эшләгән, ял көндәрендә эшкә йәлеп ителгән урам һепереүселәрҙе дәртләндереү өсөн февралдән хеҙмәт хаҡын арттырыу көтөлә. Өҫтәмә эш хаҡы был өлкәлә киҫкен торған кадрҙар мәьәләһен хәл итергә булышлыҡ итер тип күҙаллана. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКүпләп яуған ҡар урам һепереүселәрҙең баш бәләһенә әйләнде тип әйтергә мөмкин. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән осраҡта ла ихаталарҙы, юлдарҙы өйөмдәрҙән таҙартып бөтөрлөк түгел. Етмәһә, машиналарҙың күп булыуы тағы ла мәшәҡәт өҫтәй.
Өфөнөң Киров районы урамдарынан ғына йөк машиналар көнөнә 200 рейс ҡар сығарып түгә. Әммә был күрһәткестәр диңгеҙҙәге тамсыға тиң - ҡарҙың көн аралаш яуыуы биләмәләрҙе тәртипкә килтерергә ҡамаусалай.
Баш ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығында кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тора. Хеҙмәт хаҡы түбән эшкә урынлашырға теләүселәр юҡ кимәлендә.
Ҡала халҡы чиновниктарҙың эшенә ҡарата дәғүә белдерһә лә, урам һепереүселәргә, ҡар көрәүселәргә аңлап ҡарай, рәхмәт һүҙҙәрен белдереүселәр ҙә бар. Улар таң менән ҡар көрәргә сыҡмаһа урамда хәрәкәт итеү бөтөнләй ҡатмарлы булыр ине.
Урамдарҙы, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыусыларҙың көсөргәнешле эш графигын иҫәпкә алып тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу бурысы ҡуйылған. Өҫтәмә түләүҙәр башҡарылған эш күләменә ҡарап билдәләнә.
Ҡалын итеп ятҡан ҡар эҙемтәләрен бөтөрөү бер нисә аҙнаға тиклем һуҙылыуы ихтимал. Белгестәр февралдә лә яуым-төшөмдөң күп булыуы тураһында иҫкәртә. Шуға ла торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшселәренә артабан да көсөргәнешле режимда эшләргә тура килеүе көн кеүек асыҡ.
Флорида Ким