Шишмә районы өсөнсө йыл рәттән «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша

Был юлы күләмле сараға төбәктең бай тарихлы Ябалаҡлы ауылы ла ҡушылған. Ошо уңайҙан урындағы телевидение район данын күтәргән замандаштары менән таныштыра.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сираттағы яҙма геройы Шишмә үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәре Венера Миңлейәрова. Ханымды төбәк халҡы моңло тауышлы һәүәҫкәр йырсы булараҡ белә. Ул район кимәлендә уҙғарылған бер мәҙәни саранан да ситтә ҡалмай. Шулай уҡ Венера Фәнүр ҡыҙының шиғырҙары йыш ҡына ваҡытлы матбуғат биттәрендә донъя күрә.

Азат Ғәлиуллин