Өфөнөң 59-сы коррекция мәктәбендә ҡар һындар конкурсы уҙҙы

Балаларҙы яҡлау фонды ойошторған бәйгелә өс коррекция мәктәп-интернатының 6-8-се класс уҡыусылары ҡатнашты. Конкурсанттар үҙҙәре яһаған матрешка, ҡар бабай һындарын сағыу төҫтәргә биҙәне.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Балалар саф һауала бергәләп күңел асты, милли уйындарҙа һынау тотто. Сарала республика Мәғариф һәм фән министрлығының махсус белем биреү бүлеге етәксеһе Миләүшә Латипова, «Инвалид балалы ата-әсәгә булышлыҡ итеү» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Людмила Сәхәпова ҡатнашты.

Бөтә командаларға ла дипломдар һәм татлы бүләктәр тапшырылды. Сара Рәсәй халыҡтарының сәнғәт һәм мәҙәни мираҫы йылына арналды.