Забастовка табиптарға килешмәй

Башҡортостандың медицина йәмәғәтселеге Ишембай үҙәк район дауаханаһы ашығыс ярҙам бүлеге хеҙмәткәрҙәренең ҡарарын хупламауын белдерҙе. Медицина ойошмаһының бер төркөм хеҙмәткәрҙәре дауахана етәкселеген 4 февралдән «Итальян забастовкаһын» башлауҙары тураһында иҫкәртте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республиканың абруйлы табиптары бындай алымдар менән килешмәй. Пандемия шарттарында гиппократ антына тоғро ҡалыу мөһим.

Хеҙмәткәрҙәрҙең дауахана етәкселегенә дәғүәләре тураһында «Действие» профсоюзының Башҡортостандағы координаторы Антон Орлов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. «Пандемияның бишенсе тулҡыны яҡынлашҡанда, һөнәри берлектең медицина хеҙмәткәрҙәрен забастовкаға этәреүен диверсия тип атарға мөмкин», – ти Башҡортостандың хирургтар берлеге рәйесе, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Вил Тимербулатов

Әле Ишембай район-ара прокуратураһы дауаханала хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтары буйынса тикшереү үткәрә. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығында осраҡ буйынса махсус комиссия ойошторолған. Уның ведомство етәксеһе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова етәкләй.