Өфө биатлонсыһы Антон Бабиков Италияның Антхольц ҡалаһында уҙған Донъя кубогының 7-се этабында еңеү яуланы. 20 километрлыҡ дистанцияла шәхси уҙышта спортсы дүрт утлы рубеждың береһендә лә тайпылмай, финишҡа беренсе булып килгән.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыға тиклем Антон ошондай уҡ еңеүгә бер тапҡыр ғына ирешкәйне. 2016 йылда ул Швециянң ЭстерсУнд ҡалаһында үткән донъя кубогы этабында еңгәйне. Олимпия уйындарына Бабиков запастағы спортсы булараҡ юллана. Олимпиада Пекинда 4 февралдән 22-нә тиклем үтә.
Гөлдәриә Йосопова