Агростраховкалаусылар берлеге беҙҙең республиканы уңышты юғалтыу хәүефе булған төбәктәр исемлегенә индергән. Башҡортостанға күрше Ырымбур, Ҡурған, Свердловск һәм Силәбе өлкәләрендә лә тупраҡта дымдың аҙ булыуы асыҡланған. Норманың 20 проценты ғына. Ҡышын ҡар күп яумаһы сәсеүлектәр юҡҡа сығыуы мөмкин, ти эксперттар. Уҙған йылда Башҡортостан баҫыуҙарындағы юғалтыу 3 миллиард һумға баһаланды.