Янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы йәнә ике кешенең ғүмерен ҡотҡарҙы

Ғәҙәттән тыш хәл был аҙнала Өфө районы Николаевка ауылында теркәлгән. Приборҙың көслө тауышын иң беренсе күршеләр ишетә. Улар йоҡлап ятҡан ғаиләне уятып янғын һүндереүселәрҙе саҡырта. Һөҙөмтәлә бәләгә тарыусыларҙың ғүмере лә, мөлкәте лә һаҡлап ҡалына. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ул көндө эсергә яратҡан хужалар газ плитәһенә сәйнүк ҡуйып үҙҙәренең йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған. Уянғас ҡына Кислухиндар бүлмәләренең ҡуйы төтөн эсендә ҡалыуын күрә. Әгәр ҙә приборҙың көслө тауышы яңғырамаһа, был хәл фажиғәле тамамланыр ине, ти стена аша йәшәүсеселәр.Күршеләр бәләгә тарыусыларға иң беренсе ярҙамға ашыға.

Янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы был йортҡа ваҡытында бушлай ҡуйылған булған. Бөгөн республикала бындай мөмкинлек менән тиҫтәнән ашыу төркөмгә ҡараған граждандар файҙалана ала. Башҡортостан башлығы указы менән был исемлек бер ай элек тағы ла тулыланды. Шуларҙың береһе һуғыш балалары.

Ҙур булмаған электр ҡоролмаһы бәләкәй генә батарейка ярҙамында эшләй. Ғәҙәттә ул йоҡо һәм йәшәү бүлмәләренең түбәһенә беркетелә. Әгәр йортта янғын башланһа, төтөндө һиҙеү менән ҡулайлама сыйылдай башлай.

Бушлай ҡорамалдар менән хәҙер шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм инвалидтар, хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк булған федераль һәм республика властары органдары хеҙмәткәрҙәренең ғаиләләре лә тәьмин ителә. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса 6 йыл эсендә ошо прибор ярҙамында республикала 688 кешенең, шул иҫәптән 266 баланың ғүмере һаҡлап алып ҡалынған.

Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролманың әһәмиәтен бәлки кемдер аңлап та еткермәйҙер. Әммә ҡотҡарылған ғүмерҙәр үҙе үк был программаның ни тиклем файҙалы булыуын күрһәтә. 

Илдар Байбулатов