Был Ямал-Ненец автономиялы округынан килеүсе оҫта Никифоров Кирилл ярҙамында мөмкин булды. Өфөлә ул йәштәрҙе материалдан сәнғәт ынйыларын яһау үҙенсәлектәренә төшөндөрҙө. Оҫтаның эштәре менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҡындан танышты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҺарыҡ, һыйыр, мышы мөгөҙҙәре, хатта мамонт теше. Оҫта Кирилл Никифоров ҡулдарында был тәбиғи материал сәнғәт ынйыһына әүерелә. Һөйәк ныҡлы ла, оҙаҡ һаҡлана ла. Үҙ композицияларын оҫта уны таш һәм ағас менән берләштереп яһай.
Үҙенсәлекле кәсеп боронғо башҡорттарҙа киң таралһа ла, бөгөн һөйәктән йыһаздар яһаусы юҡ тиерлек. Кирилл Никифоров Өфө художество-гуманитар колледжы студенттары өсөн һөйәк һырлау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, боронғо кәсеп серҙәренә төшөндөрҙө. Билдәле остаздан ҡиммәтле белемдәргә өйрәнгәндән һуң, колледж вәкилдәре кәсепте төбәктә популяштырырға иҫәп тота.
Кирилл Никифоров һәм уның уҡыусыларының хеҙмәт емешен Башҡортостандың Милли музейында ойошторолған күргәҙмәлә ҡарарға мөмкин. Урындағы экспонаттар Йәрмәкәй районында йыйылған мөгөҙ-һөйәктәрҙән эшләнеп, башҡорт халҡы мәҙәниәтенә бағышланған. Бында ҡурайлы, «Урал батыр» эпосы геройҙарын сағылдырған композициялар бар.
Биҙәү сәнғәте оҫтаһы бер эшен бүләк итеп, Милли музей экспонаттар коллекцияһын тулыландырҙы. Башҡортостанда тәүгә ойошторолған үҙенсәлекле күргәҙмә 18 февралгә тиклем дауам итәсәк.
Рәзилә Ғиниәтуллина