Республика кешеләре интернетта мутлашыусыларҙан зыян күргән

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнән 31 йәшлек ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән. Ул интернеттағы иғлан аша фортепиано һатып алырға теләгән. Банк реквизиты буйынса 27 мең һум күсергән. Әммә һатыусы аҙаҡ элемтәгә сыҡмаған. Нефтекама ҡалаһынан да 31 йәшлек ҡатын мутлашыусы тоҙағына эләккән. Ул социаль селтәрҙәге иғлан буйынса бассейн һатып алырға ниәтләгән. Ҡатын шулай уҡ алдан аҡса күсергән һәм 25 мең 500 һумынан ваз кискән. Ике ваҡиға буйынса ла енәйәт эше ҡуҙғатылған.