Вәсилә Фәттәхова йырҙарынан тупланма әҙерләнде

“Вәсилә Фәттәхова. Тыуған яҡ”. Республикала йырсы Вәсилә Фәттәховаға арналған бүләк ҡумтаһы донъя күргән. Унда башҡарыусының йырҙары тупланған. Был турала социаль селтәрҙә Вәсиләнең тормош иптәше Илгиз Әбдрәҡипов белдергән. Тупланмаға башҡорт балы, шифалы үләндәрҙән сәй һалынған. Флеш-USB йырсының 60-тан ашыу әҫәренән тора. Вәсилә Фәттәховаға бағышланған концерттар 25 ғинуарҙа Стәрлетамаҡта, 26 ғинуарҙа Өфөлә ойошторола. Башҡортостан һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхова 2016 йылдың 26 ғинуарында вафат булды. Популяр башҡарыусыға 36 йәш ине.