Ҡазанда үткән стратегик сессия барышында Иҫәп палатаһы рәйесе Алексей Кудрин Рәсәйҙә Мәскәү менән конкуренция алып барырлыҡ ҙур агломерациялар кәрәклеге тураһында белдерҙе. Татарстан башлығы был тәҡдимде хупланы. Волга буйындағы агломерацияға Башҡортостан һәм Татарстанды, Удмурт республикаһын, Һамар һәм Түбәнге Новгород өлкәләрен индереү мөмкинлеге ҡарала.