Был турала республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Һөт кухняһы даими киңәйә. Тауар сифаты яҡшы, балалар, буласаҡ әсәләр өсөн файҙалы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт«Һөт ризыҡтары һәм ҡоро ҡатнашмалар республикалағы 55 фирма магазины 17 дәүләт аптекаһы аша таратыла. Улар булмаған урынға махсус автолавкалар сыға. Тәгәрмәсле кибеттәр тағы ла 64 биләмәне хеҙмәтләндереп өлгөрә. Әле беҙ һөт ризыҡтарын таратыуға ҡайһы бер сауҙа селтәрҙәрен дә йәлеп иттек.
Һөт кухняһының етештереү линиялары Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Белорет һәм Үрге Ҡыйғыла эшләп килә. Тәүлегенә кәмендә 25 тонна һөт эшкәртелә. Барлыҡ цехтар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Һөт кухняһы селтәрен артабан да үҫтерәсәкбеҙ», – тигән Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге яҙмаһында.