Шишмә районында йәшәүсе Миңлеғаян Вәлиева 100 йәшлек юбилейын билдәләй

Бер быуаттың тере шаһиты. Шишмә районында йәшәүсе Миңлеғаян Вәлиева 100 йәшлек юбилейын билдәләй. Благовар районында тыуып үҫкән ханымдың тормошо ауыр замандарға тура килә. Бәләкәйҙән әсәйһеҙ ҡалып, ул бала килеш кенә колхозға эшкә төшөргә мәжбүр була.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Кулак мөһөрө тағылып, 6 бала атайһыҙ ҙа ҡала. Ярты йыллыҡ ҡына белем алып, заводта һәм тимер юлдарында ла эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы аслыҡ һәм юғалтыуҙарҙы кисерә. Буласаҡ тормош иптәше менән заводта эшләгәндә таныша, 3 балаға ғүмер бүләк итә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан ул әле лә бирешмәй, йәйгеһен еләккә йөрөй.

Быуат ғүмер кисереүсе Миңлеғаян Вәлиева ейән-ейәнсәрҙәренә лайыҡлы үрнәк булып тора. Юбилярҙы Шишмә районы хакимиәте етәкселеге ҡотлап, ихтирам белдерҙе.