Баймаҡ ҡалаһында атайҙар ҡор йыйҙы

Атайҙар – донъя терәге.Баймаҡ ҡалаһының “Айыуҡай” балалар баҡсаһында “Халҡым һеҙгә шуны әйтәм...” тип аталған түңәрәк өҫтәл янына атайҙар йыйылды. Ир-егеттәрҙең абруйын арттырыу, уларға ҡарата ихтирам тойғоһон тәрбиәләү, ғаилә һәм йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойғоһон нығытыу сараның төп маҡсаты булды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Атайлы бала - арҡалы бала, ти халыҡ мәҡәле. Балалар дөрөҫ йүнәлеш алып үҫһен өсөн улар эргәһендә дөрөҫ тормош яҡлы булған, сәләмәт тормош алып барған атай кәрәк.

Атай, ғаилә тотҡаһы булыу – бик яуаплы эш. Ир-егет , ысын мәғәнәһендә атай булып тәрбиә эшендә ҡатнашһа, ғаиләлә именлек, һөйөү, үҙ-ара аңлашыу була. Айыуҡай балалар баҡсаһында бар эштәр ҙә атайҙар ҡоро менән берлектә башҡарыла.

Конференция һорау-яуап, йәнле аралашыу формаһында, йылы мөнәсәбәттә барҙы. Ир-егеттәр үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашты, тәҡдимдәрен индерҙе. Бына шундай айыҡ аҡыл менән эш иткән, ғаиләһендә абруйы булған, йөҙҙәренән йылылыҡ бөркөлгән атайҙар балаларға өлгө, терәк һәм кәрәк.

Рүзилә Ғүмәрова