Төрлө өлкәлә дәүләт ярҙамын алырға теләүселәр Черниковка урамы, 43-сө һәм Революция урамы, 54-се йорт адрестары буйынса урынлашҡан үҙәктәргә мөрәжәғәт итә ала. Баш ҡала буйынса 400 мең кеше социаль ярҙам хеҙмәте менән файҙаланыуға хоҡуҡлы. Төп адрестарҙан тыш, ғаризалар күп функциялы үҙәктәрҙә ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИке бала тәрбиәләүсе Гөлназ Мәхмүтгәрәева социаль ярҙам хеҙмәте менән файҙаланыу өсөн онлайн заявка ебәреп электрон сиратҡа бер нисә минут эсендә теркәлгән. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә субсидия юллаусы быға тиклем бер нисә көн талап ителгән эште бер нисә минут эсендә башҡарған.
Социаль ярҙам үҙәге хеҙмәттәре күптән электрон форматта башҡарылһа ла, Өфө буйынса мәғлүмәт базаны туплау быйыл ғына тамамлсе йорт адрестарынан тыш, 12 күп функциялы үҙәк бүлектәрендә тапшыра ала. анды. Граждандар ғаризаларҙы Черниковка урамы, 43-сө һәм Революция урамы, 54-
2022 йылдың ғинуарынан алып ҡайһы бер социаль ярҙам сараларына түләүҙәр Пенсия фондына тапшырыла. Ниндәй хеҙмәттәр күскәнен социаль ярҙам үҙәгенең рәсми сайтында ҡарарға мөмкин.
Өфөлә социаль ярҙам сараларына ғариза яҙыусылар йылдан- йыл арта, әле төрлө һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итеүселәр 400 меңгә тиклем еткән. Уларҙы хеҙмәтләндереүҙе электрон форматҡа күсереү социаль ярҙам тармағын камиллаштырыуҙа мөһим аҙым булып тора.
Флорида Ким