Өфө эшҡыуарҙарының береһе 105 мең бурысы арҡаһында бизнесһыҙ тороп ҡалған

Быға суд приставтарының ҡуртымға тапшырылған мөлкәткә арест һалыныуы сәбәпсе. Ханым һәм уның адвокаты бүлмәнең дә арзанға ғына һатылыуын белдерә. Артабан киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Аида Ибраһимова әлеге хәлгә һаманғаса ышанып бөтә алмай. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн йыйылған бурысҡа нигеҙләнеп суд приставтары мөлкәткә арест һала һәм күп тә үтмәй һатып та ебәрә.

Улар беҙҙе бар хоҡуҡтарыбыҙҙан мәхрүм иттеләр. Беҙ суд приставтарының ни эшләгәнен дә белмәнек.Улар беҙҙең офиста булмай тороп, ситтән хаҡ билдәләп һатыуҙарына аптырайым.

Аида Ибраһимова

Аида суд приставтарының бөтөнләй бәйләнешкә инмәүен белдерә. Мөлкәткә арест һалыр алдынан да бер хеҙмәткәр ҙә килеп урамаған.

Офиста, ғөмүмән, бурысты ҡапларлыҡ техника ла бар. Ҡайһыһы оҡшай килер ҙә алырҙар ине. Тик улар башҡа сараны мөһим тапҡан. Кемгәлер уңай булғандыр, бәлки?!

Аида Ибраһимова

Бизнесһыҙ тороп ҡалған эшҡыуар мөлкәтенең суд приставтары иҫкәртеүҙән тыш, һатылыуына ризаһыҙлыҡ белдерә.

Белгестәр фекеренсә, әлеге осраҡта башҡа бәхәсле һорауҙар ҙа юҡ түгел.

Отчет документтарында күренеүенсә, объект фотолары йәйгеһен төшөрөлгән. Ә бар саралар тик көҙ аҙағында, ҡыш еткәс үтәлгән. Был үҙе үк шик уята.

Максим Меньшиков, эксперт-юрист

Тик бына ведомство белгестәре яуапһыҙ ҡалыуҙы хуп күрҙе. Матбуғат хеҙмәте ижади төркөм менән осрашыуҙы аҙналарға һуҙғандан һуң, мәсьәләне асыҡ ҡалдырҙы. Аида бөгөн адвокаты менән ғәҙеллек эҙләп судҡа мөрәжәғәт итте.

Азат Ғәлиуллин