Подъездағы почта йәшниктәрен урлап, видеокүҙәтеү камераларын эшлектән сығарғандар

Уҙған аҙнала Өфөнөң Парк урамы, 6/2 йортондағы дөйөм милеккә вандалдар дүрт тапҡыр зыян килтергән. Урындағы халыҡ полицияға ғариза яҙырға мәжбүр була. Асыҡланыуынса, бәлә башы - күршеләренең насар ғәҙәттәр менән дуҫ булыуында. Көтөлмәгән ҡунаҡтар тап уны ҡурҡытам тип, подъезды емерә башлаған. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бында дүрт блок почта йәшниктәре торғайны, уларҙы сығарып төшөргәндәр. Камераларҙың да сымдарын сығарғандар.

Видеокүҙәтеү камераһы хәҙер эшләмәй, шулай ҙа милекселәр һуңғы кадрҙарҙы күреп аптырауҙа ҡала. Сит кешеләр еңел генә подъезға инеп почта йәшниктәрен алып сыҡҡан. Күп ҡатлы йортта дөйөм милеккә ҡағылған вандализм күренеше тәүгә генә ҡабатланмай. Өфөнөң Парк урамындағы торлаҡ хужалары билдәләүенсә, зыян килтереүселәр алтынсы ҡатта йәшәгән бер егеткә үсләшеп, шулай тәртипһеҙ ҡылана.

Интернет, телевидение сымдарын өҙәләр, стенала төрлө яҙыуҙар ҡалдыралар. Баҫҡыс майҙансығы бәҙрәфкә әйләнеп бара. Өҫтәүенә, ҡайҙа ҡарама шприцтар ята. Милекселәр ғүмерҙәре хәүеф аҫтында булыуын билдәләй. Хәҙер йәше лә, олоһо ла фатирынан сығырға ҡурҡа.

Бер ай эсендә генә подъезда дүрт тапҡыр вандализм күренеше теркәлгән. Йортҡа хоҡуҡ һағындағылар ҙа саҡыртыла, ғаризалар ҡабул ителә. Әммә әлегә дөйөм милеккә килтерелгән зыян буйынса яуапҡа тарттырылыусыһы юҡ. Торлаҡта йәшәүселәр билдәләүенсә, күршеләре Павел да дуҫтарын туҡтатырлыҡ хәлдә түгел. Насар ғәҙәтенән арына алмай.

Урланған почта йәшниктәре подъездың тәүге ҡатында ла ята. Милекселәр талабы буйынса зыян килтереүселәр шул уҡ төндә кире ҡайтарған. Һуңғылары яҡындағы күп ҡатлы йортта йәшәй. Барыһына ла билдәле адрес буйынса юлландыҡ. Һәм күп тә үтмәй, фатир алдында Павелдың дуҫын осраттыҡ.

Полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан подъездағы мөлкәткә зыян килтергән ир асыҡланды. Ул был йортта йәшәгән ирҙең танышы булып сыҡты. Әлегә административ материалдар төҙөлдө. Тәртип боҙоусы законға ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Максим Родионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе

Милекселәр билдәләүенсә, Парк урамы, 6/2 йортондағы подъездар комплекслы төҙөкләндереү программаһында ҡатнаша. Капиталь ремонтҡа сират тиҙҙән килеп етергә тейеш. Әммә вандализм осраҡтары дауам иткән осраҡта, заман талаптарына ярашлы яңырыу ҙа бушҡа булыуы ихтимал. Шуға күрә урындағы халыҡ подъезға эйәләшкән сит кешеләрҙең яуаплылыҡҡа тарттырылыуын талап итә.

Гөлназ Хәйбуллина