Шуларҙың береһе онлайн форматта 12 февралгә тиклем дауам итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтФлешмобта теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн Рәми Йәғәфәр улының ниндәй ҙә булһа шиғыры менән видеоролик төшөрөргә кәрәк. Материалдар «Рәми Ғарипов – 90» темаһы һәм ҡатнашыусы заявкаһы менән әле һеҙ экранда күргән электрон адрес буйынса ҡабул ителә.
Конкурстың положениеһы менән «Бәйләнештә» селтәренең «Рәми Ғариповтың йорт-музейы» төркөмөндә танышырға мөмкин. Ойоштороусылар билдәләүенсә, сараның маҡсаты – кешеләрҙе халыҡ шағирының ижадына ылыҡтырыу, туған телгә һәм әҙәбиәткә һөйөү уятыу.
Илдар Байбулатов