Республикала рөхсәтһеҙ ҡаҙылма байлыҡтар сығарыусыларға контроль көсәйтелә

Былтыр Башҡортостан башлығы ер аҫты байлыҡтары өлкәһендә ведомство-ара комиссия булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Уның  һөҙөмтәләре менән бөгөн Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров таныштырҙы. 2021 йылда комиссия 30-ҙан ашыу рейд үткәргән. Уның барышында Ҡырмыҫҡалы районындағы карьерҙар тикшерелгән. Етешһеҙлектәр асыҡланған, өс предприятиеның  лицензияһы ғәмәлдән сығарылған. Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондарында – 16, Өфө һәм Иглин райондарында 5 лицензия туҡтатылған. Башҡортостан башлығы ведомство-ара комиссияға, шулай уҡ Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына рәхмәт белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ведомство-ара комиссия әле Учалы, Белорет һәм Әбйәлил райондарында тикшереү үткәрә.