Өфөлә Яңы йыл шыршылары ҡалмай

Өфөлә бөтә боҙ ҡаласыҡтары һәм яңы йыл уңайынан яҡтыртыу-биҙәү ҡоролмаларын ошо аҙна аҙағына тиклем тулыһынса алырға тейештәр. Был турала бөгөн ҡала хакимиәтендә белдерелде. Боҙ ҡаласыҡтарын ғәҙәттәгенән алдараҡ алыу эпидемиологик хәл менән бәйле, һырғалаҡтарҙа халыҡ һанын контролдә тотоп булмай. Әле шулай уҡ Совет майҙанындағы шыршы алына, был эште иртәгә тамамлау көтөлә. Унан һуң Ленин майҙанындағы һәм Конгресс-холдағы шыршыларҙы аласаҡтар.